“Китап байрамы” Халыҡ-ара фестивален уҙғарыу датаһы билдәле булды

Китап йәрминкәһе быйыл 28 майҙа башлана, өс көн дауам итә. Беренсе тапҡыр республиканың һәр муниципалитетында ойошторола. Был турала бөгөн Мәҙәниәт министрлығының коллегия ултырышында белдерелде. “1 майға тиклем Китап мәҙәниәтенә арналған календарь булдырыла, уға миниципалитеттарҙа уҙған барлыҡ саралар индерелә. Яңы формат йәрминкәгә күберәк халыҡты йәлеп итеү мөмкинлеген бирә”, - тине Мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина.

Фото №1 - “Китап байрамы” Халыҡ-ара  фестивален уҙғарыу датаһы билдәле булды
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ