Был турала Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында белдерҙеләр. Ҙур сара тәүге тапҡыр республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ойошторолоп ваҡиғалар китабы календарын һынландырасаҡ. Бынан тыш, Сергей Безруковтың балалар фестивален, ә июнь аҙағында Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын уҙғарыу ҡаралған. Унда илдең 80 төбәгенән меңдән ашыу ҡатнашыусы килеүе көтөлә. Шулай уҡ Мәҙәниәт министрының дүрт кәңәшсеһе тәғәйенләнде. Улар -Наталья Абдразаҡова, «Әй Йола» төркөмө артистары Ринат Рамаҙанов менән Руслан Шәйхетдинов һәм хәрби дирижер Азат Шаһмөхәмәтов.
Республикала яңы быуын китапханалар йылдам үҫешә. Республика «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында ҡатнашыусылар буйынса ла алдынғылар иҫәбендә. Быйыл 9 театр һәм йөҙ мәҙәниәт йорто федераль ярҙам аласаҡ. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә Башҡортостан театрҙарының репертуарын яңыртыуға 30 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.




