«Клиника, генетика, лаборатория» исеме аҫтында үткән 4-се ғилми-ғәмәли конференция был юлы Волга буйы лаборатория медицина белгестәре форумы менән берлектә ойошторолдо. Ике көн дауамында барасаҡ сара тармаҡ үҫешенә бәйле һорауҙарҙы, заманса технологияларҙы файҙаланыу, белгестәр әҙерләү кеүек мөһим мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Осрашыуҙа шулай уҡ Генетиканы өйрәнеү өлкәһендәге һуңғы ғилми асыштар, айырым докладтар тәҡдим ителде. Форум сиктәрендә илдең төрлө предприятие-ойошмалары лаборатория ҡоролмаларын махсуслаштырылған күргәҙмәгә сығарҙы. Волга буйы лаборатория медицина белгестәре форумы Рәсәйҙә ике йылға бер үтә.




