Өфө күҙ ауыруҙары ғилми-тикшеренеү институтында кескәйҙәрҙең катарактаһын таҙартыу буйынса уңышлы операциялар үткәрелә. Ҡатмарлы операция эшләтергә Өфөгә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә пациенттар күпләп килә. Тыумыштан күҙҙәрендә катаракта сире булған сабыйҙар операциянан һуң реабилитация үтеп күреү һәләтенә эйә була. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Уссурийскта йәшәүсе Валентина Жеребятникованың улы Архипҡа тыумыштан катаракта диагнозы ҡуйылған. Күҙҙәре насар күргән сабыйҙы улар операция яһатырға Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына алып килгән. Бында тәжрибәле табиптар 3 айлыҡ малайҙың күҙҙәрен дауалап күреү һәләтен ҡайтарған. Кескәйҙәргә катаракта операцияһы бушлай поликлиниканан юллама буйынса эшләнә. Өфөгә Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ.
Буратиянан килгән ғаилә лә Өфөлә ике йәшлек Ярославтың күҙ катаракта операцияһын эшләткән. Башҡортостан табиптары был әмәлиәтте үткәреү буйынса илдә алдынғылар исемлегендә, шуға ла ата-әсәләр ыңғай тәжрибә тураһында имәғлүмәт туплап Өфө күҙ ауыруҙары ғилми-тикшеренеү институтына мөрәжәғәт итә.
Республикала район-ҡалаларында йәшәүсе малай-ҡыҙҙарҙың катаракта сире асыҡланғас та уларға шунда уҡ был операция эшләнә. Сир сәбәптәре төрлө булыуы ихтимал. Нәҫел сирҙәре, буласаҡ әсәнең ауырлы сағында инфекция йоҡтороуо һәм башҡалар. Әммә Өфө табиптары сабыйҙарҙың күреү һәләтен ҡайтарып донъяның матурлығын күререгә һә сәләмәт тормош алып барырға өмөт бирә.
Флорида Миһранова




