Донъяла һәр унынсы сабый ваҡытынан алда тыуа. Заманса технология, яңы ысулдар етлекмәй тыуған балаларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Бөгөн республикала ошондай сабыйҙарға квалификациялы медицина ярҙамы Республика клиник перинаталь үҙәгендә, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, 3-сө бала табыу йортонда һәм башҡа медицина ойошмаларында алып барыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙың 90 проценттан ашыуының ғүмере ҡотҡарыла. Быйыл 480 грамм ауырлыҡтағы иң бәләкәй бала донъяға килде. Ул республикабыҙҙың перинаталь үҙәгендә тыуҙы. Реанимация, интенсив терапия, реабилитация саралары – кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу буйынса юғары медицина ярҙамы күрһәтелә.
Тапшырыуҙа республика перинаталь үҙәге табибы, неонатолог Гөлли Ильясова кәңәштәре яңғырай. Авторы Динара Сафина, тауыш режиссеры Гөлйемеш Баязитова.





