Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Вологда өлкәһендә үткән экология буйынса олимпиада призерҙары тураһында яҙып сыҡты. Уның йомғаҡлау этабында Рилана Кәримова, Ғәлиә Әүәлбаева һәм София Салангиналар уңышҡа ирешкән. Беҙҙең уҡыусылар шулай уҡ Татарстанда үткән йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса олимпиадала ла һәйбәт сығыш яһаған. Унда Башҡортостандан бер юлы биш уҡыусы призёр тип танылған. Радий Хәбиров олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар, уларҙың остаздары һәм ата-әсәләрен юғары һөҙөмтәгә ирешеүҙәре менән ҡотлаған.




