Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең «Торлаҡ-коммуналь хужалығы мәктәбе» федераль проекты тормошҡа ашырыла. Ул граждандарҙың торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау, идара итеү, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр һәм капиталь ремонт мәсьәләләре буйынса белемде арттырыуға йүнәлтелгән. Өс көнгә иҫәпләнгән мәғариф программаһы йорт советтарына, әүҙем милекселәргә төҙөкләндереү эштәрен ойоштороуҙа ярҙам итә. Быйыл проектта ҡатнашыуға 100-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Әммә урындар һанаулы булыу сәбәпле. тик 65 кеше генә үткән. Уҡыу һуңында һәр кемгә махсус сертификаттар тапшырыла.




