«Атайсал» тулы метражлы фильм өҫтөндә эш тамамланыу алдында

Әле ижади төркөм картинаға музыка яҙҙырыу менән мәшғүл. Баймаҡ районында төшөрөлгән кинотаҫма тәүгеләрҙән булып Мәскәү тамашасыһына күләмле фестиваль сиктәрендә күрһәтеләсәк. Унан һуң, премьера Өфөлә көтөлә. «Атайсал»ды фольклорсы-ғалимә Шәүрә Шәкүрова сценарийы буйынса Рөстәм Шәйхетдинов төшөргән. Режиссер һәм күп актерҙар өсөн дә тулы метражлы фильм өҫтөндә эшләү ижади дебют булып тора.

Кинотаҫма сюжеты буйынса өс дуҫ мажараһы бәйән ителә. Малайҙар ат ҡарарға өйрәнә. Төп сәхнәләрҙең береһе-милли бәйгеләрҙе, шул иҫәптән Ауҙарыш көрәшен сағылдырыусы этнофестивалде реконструкциялауҙы күҙ алдына баҫтыра. «Атайсал»-«Башфильм» ойошмаһы тарафынан Башҡортостан башлығы гранттары фонды менән Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Локация, декорациялар менән эшҡыуар Денис Өмөтбаев һәм уның «Башҡорт йәйләүе» проекты ярҙамлаша.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ