Хеҙмәттәшебеҙ, махсус репортаждар авторы Гүзәл Ситдиҡова бер юлы ике Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.
Журналистың бер репортажы БАД-тарға-биологик әүҙем ҡатнашмаларға бағышланған. Гүзәл Ситдиҡова тикшереү ойоштороп байтаҡ һатыусылар медицина белеме булмаған килеш диагноз ҡуйып сифатһыҙ БАД һатыуҙарын иҫбатлай. Авторҙың материалы Рәсәйҙә 5700 эш араһында иң яҡшыһы тип табыла. Конкурсанттарҙың эштәрен 12 жюри ағзаһы, шул иҫәптән Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль, Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев баһалап еңеүсене билдәләй. Бынан тыш, Гүзәл Ситдиҡова Рәсәй урман хужалығы тарафынан ойошторолған бәйгелә еңеү яуланы. Был конкурста уның урман проблемаһына бағышланған мәғлүмәт-аналитика проекты юғары баһаланды.




