Өфөлә Мостай Кәримдең ҡайтанан нәшер ителгән шиғырҙар йыйынтығының исем туйы үтте

«Ҡояшҡа мин һәр саҡ ышандым» тип аталған китапҡа әҙиптең төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғри әҫәрҙәре, шул иҫәптән «Үлмәҫбай» поэмаһы ингән. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең ижади майҙансығында үткән сараға килеүселәр шағирҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны, матур иҫтәлектәре менән бүлеште. Сарала БСТ телеканалының алтын фондында һаҡланған яҙмалар күрһәтелде.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ