Төрлө райондарҙан ҡатнашыусылар Өфөлә йәмәғәт яҡлауы үтә. Эксперттар комиссияһы асыҡ сығыштарҙы һәм йыл дауамында алып барылған эштәрҙе баһалай. Бөгөн “Ҙур ауылдар ” номинацияһына ҡараған 13 ауыл һынау тотто. Бөрйән районы данын Ғәҙелгәрәй ауылы яҡлай. Конкурс рухи яҡтан байыта, халыҡты берләштерә, ти район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.
Айыҡ ауыл” конкурсы - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған иң ҙур проекттарҙың береһе. Еңеүселәр ауылдарҙа халыҡ һанына ҡарап 4 номинацияла билдәләнә.





