"Киләсәк ҡанаттары". Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында шулай тип аталған социаль-мәғариф проекты әҙерләнгән. Мәктәп уҡыусыларын пилотһыҙ осоу аппараттарын проектларға һәм улар менән идара итергә өйрәтәләр. Проект менән Санкт-Петербургта кадет ойошмалары араһында бөтә Рәсәй конкурсында таныштырҙылар. - Дрондар ауыл хужалығында, геодезияла, юл төҙөлөшөндә, туристик өлкәлә ҡулланыла, - тип белдерелде. "Киләсәк ҡанаттары" 7-11-се класс уҡыусылары өсөн иҫәпләнгән.





