Өфөлә МХО ветерандары менән осрашыу булды

Бөгөн “Ватанды һаҡлаусылар”  дәүләт фондының төбәк филиалында махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыу уҙҙы. Ул Рәсәй Президенты “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондын булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйыуҙың 3 йыллығына арналды. Ошо осорҙа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә күп проекттар тормошҡа ашырылған. “Һәр проектыбыҙ меңләгән кеше өсөн мөһимгә әүерелгән үҙенсәлекле башланғыс. Беҙҙең эшмәкәрлек Ватанды һаҡлаусылар һәм хеҙмәт иткәндәр тураһында хәстәрлек күреүҙә, ти  фондтың төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Өфөлә МХО ветерандары менән осрашыу булды

 Флүр Ғарипов“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Зорин исемендәге танк батальонында хеҙмәт иткән. Әлеге көндә Росгвардия ветерандар советы рәйесе урынбаҫары.

Өфөлә МХО ветерандары менән осрашыу булды

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды эшләй башлағандан алып яугирҙарҙан  һәм уларҙың яҡындарынан 135 меңдән ашыу мөрәжәғәт алынған, уларҙың 96 проценты ыңғай хәл ителгән.

Фото №1 - Өфөлә  МХО ветерандары менән осрашыу  булды
Волна
Акции БСТ