13 апрелдә Башҡортостан буйлап «Сәләмәтлек поезы» ҡуҙғала

Быйыл акцияға табиптар менән бергә Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм медицина колледждары студенттары ла ҡушыла.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһының яңы миҙгеле башланыуы тураһында хәбәр итте. Республика башлығы йыллыҡ сараны хупланы һәм муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итте.

Йылдан-йыл һаулыҡ поездары составында төрлө профиль табиптары эшләй. Мобиль комплекс составында-флюорографтар, маммографтар, узи аппараттары, шул иҫәптән балалар кардиомобиле. Былтыр медиктар республикалағы 733 мең кешенең һаулығын тикшергән. Акция Белорет районынан башлана. Артабан күсмә сәләмәтлек үҙәктәре Әбйәлил, Учалы, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондарына бара, һуңынан Стәрлетамаҡ маршруты буйынса сыға.

Быйыл «Сәләмәтлек поезы» составында Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла эшләйәсәк. Беренсе курс студенты Гүзәл Сәйфетдинова акция менән тыуған яғына барған поезда практика үтәсәк. Әйткәндәй, буласаҡ табип уҡыуын тамамлағас та тыуған яғында эшләргә ниәтләй.

Мин Бөрйән районынанмын, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем алам. Өләсәйем ауылда фельдшер булып эшләне, уға ҡарап һөнәр һайланым. Кешеләрҙең сәләмәтлеген ҡайғыртырға, ярҙам итергә теләгем ҙур.

Гүзәл Сәйфетдинова, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты

Республика буйлап поездар сентябргә тиклем йөрөйәсәк һәм иң бәләкәй ауылдарҙа ла туҡтаясаҡ. Акция 2019 йылдан алып уҙғарыла һәм уның төп маҡсаты-республика төбәктәрендә йәшәүсе халыҡтың һаулығын тикшереү, ауыр сирҙәрҙе иртә стадияһында асыҡлау.

Рәмилә Исмәғилева

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ