Экспозицияға авторҙың баш ҡала күренештәре, боронғо ағас йорттар, Башҡортостан пейзаждары һүрәтләнгән әҫәрҙәре ҡуйылған. Акварель техникаһында башҡарылған 30-ҙан ашыу картинаны рәссамбиш йыл дауамында яҙған. «Арт -эксперт» галереяһында ҡуйылған күргәҙмә май аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Сәнғәт белгестәре фекеренсә, Йәмил Әхмәтғәлиевтың акварелендә буяуҙың һәр тамсыһы уңышлы ҡулланыла, төҫтәрҙең бер-береһенә талғын ғына күсеүе күҙәтелә. Тәбиғәттең төрлө миҙгелдәрен сағылдырған һүрәттәр донъяны бер бөтөн һәм сағыу итеп күрһәтә.




