Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үтте.
Әҙипте 55 йәшлек юбилейы менән ҡотларға дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре, уның ижадын һөйөүселәр килде. Мөнир Сәхиулла улы проза һәм драматургия, публицистика өлкәһендә әүҙем ижад итә. Кисәлә яңыусы күп йыллыҡ ижад юлына байҡау яһап, һуңғы күләмле баҫмаларының береһе-махсус хәрби операцияға арналған китабын яҙыу тарихы менән таныштырҙы. Мәғлүм уьблыуынса, Мәнир Сәхиулла улының «Махсус хәрби операция. Мин яуҙан иҫән сыҡтым» тигән китабы Мәскәү нәшриәттәрендә бер нисә тапҡыр донъя күрҙе. Яҙыусы киләсәктә лә уҡыусы күңеленә барып етерлек әҫәрҙәр ижад итеү маҡсаты менән яна.




