Өфөлә «Ҡанатлан» форумында информатика уҡытыусыларының тәүге съезы үтте

Өфөлә бөгөн VIII «Ҡанатлан» мәктәп мәғарифы форумы сиктәрендә, төбәк информатика уҡытыусыларының I съезы үтте. Ул ошо предметты уҡытыуҙың 40 йыллығына арналды. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм «Яндекс дәреслек» мәғариф платформаһы ойошторған сараға республика район-ҡалаларынан 550 информатика уҡытыусыһы ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Республика белем биреү технопаркы «Ҡанатлан» форумына тиҫтәләп проект сығарған. Уларҙың барыһы ла мәктәп уҡыусыларының фантазияһы емеше.

Мәктәп мәғарифы форумы быйыл Йыһанға һәм яһалма интеллектҡа арналған ике төр майҙансыҡты берләштерҙе. Шулай уҡ беренсе тапҡыр республиканың информатика уҡытыусылары съезы ла үтте.Педагогтар унда һөҙөмтәле уҡытыу алымдары, дисциплана-ара һәм Берҙәм дәүләт имтиханының ҡатмарлы заданиеларын тикшерҙе.

Мәктәптәрҙә ойошторолған һөҙөмтәле система, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәй. «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге кеүек башҡа мәғариф учреждениелары уҡыусыларҙан шәхес итеп тәрбиәләүгә күп көс һала.

Тармаҡты артабан үҫтереү маҡсатында республика форумына илдең эре мәғариф платформалары ла махсус саҡырылды. Яҡтар осрашыуы киләсәктә системаға яңылыҡ индерерҙәй проекттарға юл асыр тип көтөлә.

Әйткәндәй, Башҡортостан яңы мәктәптәр асыу буйынса илдә алдынғылыҡ биләй. Йыл башынан ҡына республикала 4 белем усағы файҙаланыуға тапшырылған. Шул иҫәптән, Волга буйы федераль округында иң ҙурҙан һаналған мәктәп тә тап беҙҙең төбәктә урынлашҡан. Йыл аҙағына тиклем Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында тағы биш учреждение 6 меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итәсәк.

Әлбиттә, эштең һөҙөмтәлелеге уҡыусыларҙың олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһауынан күренә. Лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индереүсе уҡытыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. «Ҡанатлан» форумында уларҙың бер өлөшө дәүләт һәм ведомство наградалары менән айырым билдәләнеп үтте.

Азат Ғәлиуллин

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ