Өфөлә Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» премияһын тапшырыу тантанаһы үтте

Рухи көскә баһа. Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында Паралимпия чемпионы Рима Баталованың 12-се йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Мәртәбәле сарала донъя кимәлендә танылыу яулаған данлыҡлы спортсылар ҡатнаша, улар бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашты. Тормош һынауына дусар булғандарға йәшәү дәрте өҫтәгән, һынмаҫ рухҡа дан йырлаған сара тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Йыл асышы, Еңеү сере, Йөрәк ҡушыуы буйынса, Сикһеҙ спорт, Беҙҙең заман геройҙары. «Милләт йәшлеге» премияһында тиҫтәгә яҡын номинация, уларҙың һәр береһенә тәрән мәғәнә һалынған. Әммә төп маҡсат бер-физик мөмкинлеге сикләнгән спортсыларға, уларҙың тренерҙарына, ғаиләләренә иғтибарҙы арттырыу, адаптив спорт төрҙәрен үҫтереү.

«Милләт йәшлеге» премияһы-13 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың проекты. Йәмәғәт наградаһы быйыл 12-се тапҡыр тапшырыла.

Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостанда паралимпия спортын үҫтереүгә тос өлөш индергән спортсылар, тренерҙар, бағыусылар һәм ошо теманы киң йәмәғәтселеккә сығарған журналистар. Мәртәбәле премияға лайыҡ булыусылар араһында Шаран районындағы үҙ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Андреева ла бар.

«Милләт йәшлеге» премияһын тапшырыу тантнаһында Олимпия, донъя чемпиондары, спорт федерациялары етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнаша. Абруйлы ҡунаҡтар менән Башҡортостан башлығы ла осрашты. Радий Хәбиров Рима Баталоваға республикала спортты үҫтереүгә индергән өлөшө һәм физик мөмкинлеге сикләнгән спортсыларға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан ике тапҡыр Рәсәйҙең иң спортсы төбәге тип танылды, был тәү сиратта төбәктә уңайлы инфраструктура тыуҙырылыуға бәйле, тине Радий Фәрит улы. Киләсәктә Өфөлә өҫтәл теннисы һәм еңел атлетика манежы төҙөү ҙә планлаштырыла.

Республикала спортты үҫтереү буйынса һөҙөмтәле һәм эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Ҡунаҡтар Радий Хәбировҡа спортҡа даими иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Спорт-еңеүҙәр, ҡаҙаныштар ғына түгел, сәләмәт йәшәү рәүеше лә. Ә физик мөмкинлеге сикләнгәндәр тураһында һүҙ барғанда спорт йәшәү дәрте, һынмаҫ рух сығанағы ла булып тора

Милләт йәшлеге ябай ғына премия түгел, ул тормош һынауына дусар булып та һынмағандар, рух көсөнә дан йырлай, һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында булыуын күрһәтә. Сөнки сиктәр кешенең зиһенендә генә, ә тормошта, йәшәйештә бер ниндәй ҙә сик тә, бик тә юҡ. Теләк, тырышлыҡ булғанда тулы тормош менән йәшәргә, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкин.

Р.Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ