Сипайлово биҫтәһенең Өфө йылғаһы яры урамында йорттоң фасады ҡуптарылып, ихатала торған автомобилдәр өҫтөнә төштө. Штукатурканан транспорт сараһының кузовтары йәмшәйгән. Ростов урамында ла көслө ел ҡыйыҡты аҡтарған. Тимер япмалар шулай уҡ автомобилдәр өҫтөнә төшкән. Революция урамында ла төҙөлөш барған йорттоң кәртәләре ҡолап, бер нисә транспорт сараһына зыян килтергән. Цюрупа һәм Ғафури урамдарында ауған ағастар ҙа автомобилдәр өҫтөнә төшкән. Благовар районында дауыл мәктәп ҡыйығын осорған. Балалар араһында зыян күреүселәр юҡ.




