Өфөлә Розалия Солтангәрәеваның яңы китабының исем туйы үтте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең ижади майҙансығында сираттағы баҫманың исем туйы үтте.

Был юлы сара билдәле фольклорсы-ғалимә, Башҡортостандың халыҡ сәсәниәһе Розалия Солтангәрәеваның «Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре: ҡиммәттәре һәм заманса практикалар» тип исемләнгән йыйынтығына арналды. Яңы китап халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларын үҙ эсенә алған. Баҫма фольклор ғилеме һәм халыҡ йолалары менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн берҙәй ҡыҙыҡлы ғилми хеҙмәт булып тора.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ