Өфөлә 12 йәшлек Илья Матвеев Чернобыль хаҡында видео менән Бөтә Рәсәй конкурсында еңде

Өфөлә йәшәүсе 12 йәшлек Илья Матвеев Чернобыль атом станцияһындағы һәләкәт һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүселәргә арналған видеоролик төшөргән. Уҡыусының был ижади эше Бөтә Рәсәй конкурсында юғары баһаланған. Вундеркинд һәм уның үҙенсәлекле мауығыуы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Уның музейында противогаздарҙың ниндәйе генә юҡ. Илья уларҙың һәр береһе тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Малай биш йыл элек противогаздар менән ҡыҙыҡһына башлай һәм һаҡланыу сараһынан тотош музей ойоштора. Ата-әсәһен мәктәптә бишле билдәһе алған һайын бер противогаз һатып алырға күндергән.

Үҫмер противогаздарҙың ҡулланылышын өйрёнгәндә Чернобыль фажиғәһе тураһында уҡый башлай. Совет осоронда донъяны тетрәткән техноген авария Ильяла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята һәм ул был турала видеоролик төшөрә. Егеттең ижади эше Чернобыль һәләкәтенә 40 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй конкурсында еңә.

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электростанцияһының 4-се энергоблогында шартлау яңғырай. Припять ҡалаһына, тирә-йүнгә үлемесле радиация тарала. Кеше һаулығына, бөтә тереклеккә ҙур зыян килтереүгә һәләтле радиоактив матдәләрҙең күләме йөҙҙәрсә тапҡыр артыҡ булыуы асыҡлана. Атмосфераға 200 тоннаға яҡын радиоактив матдә ырғытыла.

Аяныслы ваҡиғанан һуң, тормош ҡайнаған ҡаланың һөлдәһе генә ҡала. Унда тормош усағы һүнә: иген сәсергә, йылғала балыҡ тоторға һәм һыу инергә ярамай, йорттар һәм фатирҙар эсендә күҙгә күренмәгән үлем һағалай... Чернобыль электростанцияһы ул ваҡытта СССР-ҙа иң ҡеүәтле станция булып һаналған.. Чернобыль һәләкәте менән көрәшергә 600 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә, шул иҫәптән Башҡортостандан да. Улар ғәзиз ғүмерҙәрен аямай һәләкәт эсенә инә һәм хәүеф сығанағын кәметеү, уны тулыһынса туҡтатыуҙа үлемесле радиация менән батырҙарса алыша.

Әсәһе әйтеүенсә, Ильяның хәтере яҡшы, ул бер уҡыу менән мәғлүмәтте иҫендә ҡалдыра. Тиҫтерҙәренән айырмалы, уның тап совет осорондағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуына, бүлмәһендә музей ойоштора башлауына ла афарин тиергә генә ҡала. 26 апрель-Чернобыль һәләкәтенё 40 йыл тулған көндә малай йәшәгән йорт янында сквер асыласаҡ. Чернобыль һәләкәте инвалидтары һәм ветерандарының төбәк ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, алтынсы класс уҡыусыһы Илья Матвеев та унда мотлаҡ ҡатнашасаҡ.

Рәмилә Исмәғилева

Волна
Акции БСТ