Стәрлетамаҡта «Аҡ диңгеҙ» тип аталған ҡалдыҡтар ятҡылығында яңы таҙартыу ҡоролмаһы эшләй башланы

Башҡорт сода компанияһы экологияға килгән зыянды кәметеү өсөн һыуға йөҙөп йөрөүсе гидросистема ебәрҙе. Юғары технологиялы ҡоролмалар ярҙамында ҡулланылған шыйыҡса тулыһынса таҙаратылып Ағиҙелгә ҡойоласаҡ. Һыуҙың бер өлөшө тоҙлана һәм яңынан сәнәғәттә файҙаланыла. Фильтр системаһы буйынса эшләгән гидромеханизм экологияны һаҡларға ярҙам итә. Бынан тыш һыу объектында урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырылған.

«Аҡ диңгеҙ» Башҡорт сода компанияһында ҙур гидротехник ҡоролма. Уның исеме осраҡлы һайланмаған. Бейектән ҡарағанда ҙур аҡ майҙансыҡ диңгеҙҙе хәтерләтә. Бында сәнәғәт циклынан ҡалған дистиляр шыйыҡса һаҡлана. Һыу фильтр сисемаһы буйынса таҙартыла һәм тоҙлана. Составы буйынса диңгеҙ һыуына еткерелгән матдә сәнәғәттә яңынан файҙаланыла.

Павел Горчаков, Башҡорт сода компанияһының етештереү буйынса директоры
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ