Башҡортостанда яҙғы экологик өмәләр дауам итә

Бөгөн республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә коммуналь хеҙмәттәр һәм халыҡ урам-ихаталарҙы таҙартырға сыҡты.

Өфөнөң Октябрь районы экологик сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Муниципаль берәмек биләмәһендәге ойошмалар һәм халыҡ бөгөн дә өмәгә дәррәү сыҡҡан, ғаиләләре менән килеүселәр ҙә байтаҡ. Район хакимиәте өмәселәр өсөн эш ҡоралдары ла әҙерләгән. Бындай саралар халыҡты берләштерә, икенсенән йәш быуын ошондай өмәләрҙе күреп, өлгө алырға тейеш, ти ҡатнашыусылар. Ә таҙалыҡ, бөхтәлек тәртип булған ерҙә йәшәүе лә, эшләүе лә күңелле.

Октябрь районында экологик өмәләр йыр-моң, уйындар менән үрелеп бара, сараға килеүселәргә ҡайнар сәй ҙә тәҡдим ителә. Муниципаль берәмек быйыл иң оло һәм иң йәш ҡатнашыусыға бүләктәр ҙә әҙерләгән.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ