Өфөлә Октябрь районы ата-әсәләре Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырҙы

Унынсы йыл рәттән үткәрелгән Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ата-әсәләр балалар өсөн ҡаралған һынауҙарҙы үтте. Баш ҡаланың 38-се мәктәбендә үткәрелгән сарала ата-әсәләр рус теле буйынса белемен тикшереп ҡараны. Имтиханда барыһы ла ғәҙәти ҡағиҙәләр буйынса ойошторолдо-ингән урында металл эҙләүсе ҡоролма, коридорға мобиль элемтә сигналын баҫыусы станциялары ҡуйылды. Акция ата-әсәләргә балаларҙың тулҡынланыуын аңлап имтихан ваҡытында тыныслыҡ һаҡлау, уҡыусыларға рухи ярҙам итеү өсөн ҡаралған.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, был акция ата-әсәләргә һынауҙың ҡатмарлы түгеллеген аңларға, психологик күҙлектән тынысланырға ярҙам итә. Сөнки күп осраҡта өлкәндәр уҡыусыларға ҡарағанда ла нығыраҡ хафаланып балаларҙың әҙерлегенә һәм тотороҡлоғона йоғонта яһай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ