Өфөлә традицион башҡорт кейеменә арналған күргәҙмә асыла

Экспозиция Археология һәм этнография музейына ҡуйыла. Ул Башҡортостанда билдәләнгән Милли кейем көнөнә арнала. Проект музейҙың 50 йыллығына бағышланған саралар исемлегенә инә.  Ейәнсура районынан килтерелгән елән - күргәҙмәләге үҙенсәлекле ҡомартҡыларҙың береһе. Этнологик тикшеренеүҙәр институты белгестәре уны 2024 йылда ялан экспедицияһы барышында таба.   Күргәҙмә 15 апрелдә асыла, 1 октябргә тиклем дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Роспатент “Башҡорт милли кейемдәре” географик күрһәтмәһен теркәне. Башҡортостанда 2020 йылдан алып Милли кейем көнө үткәрелә. Ул апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.

Фото №1 - Өфөлә традицион башҡорт кейеменә арналған күргәҙмә асыла
Волна
Акции БСТ