Улар Рәсәй премияһы финалына сыҡты. Салауат ҡалаһында яр буйы биләмәһе "Спорт парктары" номинацияһында күрһәтелгән. Мәләүез районындағы "Воскресенск заводы" тарихи-мәҙәни комплексы Санкт-Петербург, Тула, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономлы округы объекттары менән бер номинацияла тәҡдим ителгән. 2024 йылда был премияла Белорет, 2025йылда Яңауыл һәм Бәләбәйҙәге биләмәләр еңеп сыҡты, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.





