Оло Ыҡтамаҡ ауылы янында эштәр дауам итә. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был күперҙән көн һайын 3 мең ярымға тиклем машина үтә. Ремонт барышында хәрәкәт бер һыҙаттан башҡарыла, автомобилдәр йөрөшөн светофорҙар көйләй. Күперҙе йыл аҙағына тиклем төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған.





