Был хаҡта Рәсәй дәүләт циркы етәксеһе Сергей Беляков хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, төҙөкләндереүҙең беренсе этабына 870 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге цирк бинаһы авария хәлендә тип таныла һәм прокуратура талабы буйынса 2017 йылда ябыла. Реконструкция мәсьәләһе бер нисә йыл инде тикшерелә.
2023 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты менән осрашыуҙа проект менән таныштырғайны. Ул саҡта документация әҙер, әммә экспертиза үтеү менән проблемалар булыуы тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Владимир Путин был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.




