Өфөләге йылҡысылыҡ заводы ҡышын да ҡымыҙ бешереп 90 йыллығын ҡаршылай

Республикала ҡышҡыһын да ҡымыҙ бешкән берҙән-бер хужалыҡ 90 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә.Уҙған быуаттан милли эсемлек етештереүҙә махсуслашҡан Өфөнөң 119-сы йылҡысылыҡ заводында йәй кәндәрендә тоннанан ашыу һөт һауыла һәм ҡымыҙ бешелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында. 

Өфө йылҡысылыҡ заводында ҡыш көндәрендә лә ҡымыҙ бешелә. Файҙалы эсемлекте яратыусы ҡулланыусылар йыл дауамында тәмле, сифатлы ҡымыҙ менән тәьмин ителә. Йылдам үҫешкән хужалыҡта 400-ләп йылҡы һауыла, ҡолондар үрсетелә. Һарайҙарҙа башлыса башҡорт тоҡомло аттар аҫрала.

Ольховое ауылында бешелгән ҡымыҙ баш ҡала кибеттәренә оҙатыла.Ҡыш көндәрендә ҡымыҙ бешеүҙән килем күп түгел, әммә ҡулланыусылар араһында ҙур һорау менән файҙаланған продукция өҙлөкһөҙ рәүештә етештерелә. Оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында ҡымыҙ етештереү буйынса лидерлыҡты бирмәй. Республикала 180 ҡымыҙ фермаһы эшләй. Уларҙың төп өлөшө шәхси предприятиелар.

Флорида Миһранова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ