Йырҙан үрелгән яҙмыш. Баймаҡ районы Билал мәҙәниәт йортонда һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлитовтың хәтер кисәһе һәм «Рәхмәтлемен» китабының исем туйы үтте. Артабан киләһе яҙмала
Сара Вилүр Мәүлитовтың ижадын һәм үткән тормош юлын хөрмәтләүгә арналды. Педагог, Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты, РФ мәғарифенең Почетлы хеҙмәткәре, 200-гә яҡын йыр авторының йырҙарын әле булһа кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа яратып башҡара. Уның барлыҡ көйҙәре шиғырҙарға килешеп тора, күңелдәргә үтеп инә.
Хәтер кисәһендә Вилүр Мәүлитовтың ғаиләһе, ижадташ дуҫтары, коллегалары, ауылдаштары ҡатнашты. Һәр кем уның менән бәйле йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, йырҙарын башҡарҙы.
Вилүр Мәүлитов тыуған ауылы Күгиҙелгә тоғро ҡалған, ғәзиз еренән рухи көс алған ижадсы. Ижадсы, сөнки ул йырҙар ғына яҙмай. Төрлө ҡул эштәренә лә бик маһир була. 4 бүлектән торған «Рәхмәтлемен» автобиографик китабында уның тормош юлына, ижадына байҡау яһала, тәрән фекерле, фәлсәфәүи ҡараштары сағыла.
Баймаҡ районы халҡы һәүәҫкәр композиторҙың хәтерен ҡәҙерләп һаҡлай. Вилүр Мәүлитовтың 75 йыллығына арналған хәтер кисәһе яҡты хәтирәләргә бай булды. Эйе, хәтер мәңгелек. Уның яҡты иҫтәлеге, үлемһеҙ ижады халыҡ менән ҡала.
Рүзилә Ғүмәрова




