Тәүлек эсендә 112 системаһына һыу баҫыу тураһында 24 хәбәр килгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса  дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә,  6 юл участкаһында хәрәкәт сикләнгән, 4 районда күпер өҫтөнә һыу сыҡҡан.   Өфөнөң 52 баҡсасылыҡ ширҡәтенә һыу ингән, йорттарҙы һыу баҫыу осраҡтары теркәлмәгән. Һуңғы тәүлектә Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылы янында Нөғөш йылғаһы -127, Дәүләкән районында Ҡамсылытамаҡ ауылы эргәһендә Өршәк йылғаһы 110 сантиметрға күтәрелгән, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһы  7 сантиметрға кәмегән.

Фото №1 - Тәүлек эсендә 112 системаһына    һыу баҫыу тураһында 24 хәбәр килгән
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ