Өфөлә Октябрҙең 50 йыллығы урамында яңы сквер барлыҡҡа килә

Ҡаланы йәшелләндереү барышында ҡарағай, алма, саған ағастары, ҡыуаҡлыҡтар ултыртыла. Бынан тыш, скверҙа юл һалына, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Яҙғы “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 1700 төп ағас, 5 мең ярым самаһы ҡыуаҡлыҡ ултыртыла. Һәр районда тематик аллеялар булдырыла, әле әҙерлек эштәре бара, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән.

Фото №1 - Өфөлә  Октябрҙең 50 йыллығы урамында яңы сквер барлыҡҡа килә
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ