25 апрелдән 5 июнгә тиклем ыуылдырыҡ сәсеү осорона балыҡ тотоу сикләнә. Был ваҡытта ярҙан тороп бер генә ҡармаҡҡа балыҡ ҡаптырыу рөхсәт ителә. Ағиҙел йылғаһында Йондоҙ һыу алғысынан алып Әнгәсәккә ҡәҙәр һәм Ҡыҙыл Ярҙан алып Бачурин баҡсасылар ширҡәтенә тиклем балыҡ тотоу бөтөнләй тыйыла. Бағры, бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ, уҡбалыҡ айырыуса һаҡ аҫтында.
Балыҡсылыҡ участкаларында сикләү 15 апрелдә үк индерелә һәм 15 июнгә тиклем дауам итә. Түбәнге Кама һыуһаҡлағысында балыҡ тотоуҙы 25 апрелдән 15 июнгә тиклем тыйыу ҡаралған. Хоҡуҡ боҙоусыларға ҙур күләмдә штраф ҡаралған.




