Башҡортостанда «Сәләмәтлек поездары» эш башланы: табиптар райондарға юлланды

Сәләмәтлек поездары эш башлай. Күсмә бригадалар бөгөн Башҡортостандың муниципаль берәмектәре буйлап юлға сыҡты. Медицина хеҙмәткәрҙәрен оҙайлы сәфәргә оҙатыу тантанаһы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы биләмәһендә үтте. Модулле комплекстарҙы БЮТ ижади төркөмө лә оҙатты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Табип кабинеты ғына түгел, тәгәрмәс өҫтөндәге поликлиника. Ҡыуатов исмендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә составында пациенттарҙы ҡабул итеү, медицина тикшереүе уҙғарыу, анализдар алыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.

Ә иң мөһиме ҡайҙалыр йөрөргә кәрәкмәй, сәләмәтлек поезы пациенттарға үҙе килә. Алдан яҙылырға ла түгел, үҙең менән паспорт һәм полис булыуы ғына шарт. Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһы табиптары әйтеүенсә, сәләмәтлек акцияһына ихтыяж ҙур, табиптарға көн һайын 150 тирәһе пациент ҡабул итергә тура килә.

Мобиль бригадалар ваҡыты тығыҙ булған кешеләр өсөн генә түгел, физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә уңайлы. Бер урында, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә медицина тикшереүе үтергә була. Сәләмәтлек поездары күп сирҙәрҙе башланғыс стадияһында асыҡларға ярҙам итә. Республика кардиология үҙәге күсмә состав менән 2013 йылдан уҡ йөрөй башлаған. Ике йыл элек медицина хеҙмәткәрҙәренә яңы, заманса комплекс тапшырылған.

Сәләмәтлек поездары Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2019 йылда йөрөй башлай. Уҙған йылда ғына күсмә бригадалар тарафынае 175 мең пациент ҡабул ителгән, 4 меңдән ашыу ауырыу асыҡланған, улар араһында һирәк осрай торған сирҙәр ҙә, онкология ла бар. Был үҙ сиратында ҡотҡарылған ғүмерҙәр, тигән һүҙ.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ