Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына ярҙам саралары ҡаралды

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ата-әсәләре, ҡатындары һәм туғандары. Хәрбиҙәрҙең яҡындарын башлыса тейешле льготалар юллау, медицина, юридик, психологик ярҙам алыу, документтарҙы рәсмиләштереү һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү кеүек һорауҙар борсой. Ошонда уҡ юристарҙан консультация алыу мөмкинлеге тыуҙырылды. «Ватанды һаҡлаусылар» акцияһы буйынса граждандарҙы ҡабул итеү республиканың башҡа төбәктәрендә лә даими үткәрелә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ