Рәсәйҙә спорт кейеменә дәүләт стандарты индерелә

Документ рәсми рәүештә 30 ноябрҙән ғәмәлгә инә. Бынан ары етештереүселәр спорт формаһының хәүефһеҙлеге, һауа үткәреүсәнлеге һәм сифатына иғтибар итергә бурыслы. Әйткәндәй, быға тиклем физик культурала кейелгән әйберҙәргә ҡарата берҙәм стандарт ҡаралмаған, тик хәүефһеҙлеккә бәйле ябай ҡағиҙәләр генә үтәлгән. ГОСТ талаптары буйынса ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәргә тәғәйен спорт костюмы миҙгел һәм ҡатлам буйынса бүленә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ