Радий Хәбиров тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Ойоштороу комитеты раҫланды. Төп маҡсат милләт-ара татыулыҡты нығытыу, республиканың мәҙәни төрлөлөгө менән таныштырыу. Халыҡ байрамдары араһында һабантуй, республика славяндар фестивале, белорустарҙың "Иван Купала" байрамы, удмурт фольклоры фестивале һәм милли-аш һыу байрамы күрһәтелгән. Иң ҙур саралар - июндә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы, сентярҙә "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале, шулай уҡ Халыҡ-ара Аксаков байрамы. Милләт-ара татыулыҡҡа бағышланған түңәрәк өҫтәлдәр, осрашыуҙар ҡаралған, ғаилә фестивалдәре, спорт ярыштары була.





