Өфөлә фонтандарҙы асҡан ваҡытта "Яҙ көйҙәре"фестивале була

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле был ҡоролмаларҙы йәйге миҙгелгә әҙерләү  бара. Уларҙы 25 апрелдән асыу планлаштырыла. Фонтандар янында байрам программалары буласаҡ, йырсылар, ижади  коллективтар сығышы көтөлә. Ленин майҙанында, "Ҡашҡаҙан" паркында һәм Ильич скверында хәйриә йәрминкәләре ойошторола, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Өфөлә быйыл 25 фонтан эшләйәсәк.

Фото №1 - Өфөлә фонтандарҙы асҡан ваҡытта "Яҙ көйҙәре"фестивале була
Волна
Акции БСТ