Евразия кампусында фән һәм төҙөлөш бергә үҫә: йәш ғалимдар асыштар яһай

Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусы төҙөлөшө менән бергә, йәш ғалимдар ҙа донъяуи асыштар яһай. Республика юғары уҡыу йорттарын берләштергән майҙансыҡта төрлө өлкәгә бәйле ғилми хеҙмәттәр яҙыла. Уникаллеге патент менән нығытыла бара. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Кампус ғалимдары үрсетмәләрҙән йәшелсә алыу өсөн түгел, өлгөләрҙе ғилми яҡтан тикшереү маҡсатында ултыртҡан. Һынау лабораторияларында мәктәп уҡыусылары үҙҙәре үк ҡатнаша. Эш процессын йәш белгес Эльза Хәлитова алып бара. Ул шулай уҡ буласаҡ фән кандидаттарын да тәрбиәләргә өлгөрә.

Титан урынына бөгөн медицинала полимер имплантҡа өҫтөнлөк бирелә. Республикала ғына ул тиҫтәләрсә операцияла уңышлы файҙаланылған да инде. Марс Ғәләүетдинов һөнәре буйынса биолог. Алған белемен ғилми яҡтан нығытыр өсөн медицинаға килә. Һәм яңылышмай.

Фән менән ҡыҙыҡһынған йәштәр өсөн кампуста төрлө яҡлы шарттар булдырылған. Башланғыстар дәүләт кимәлендә хуплана. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусы төҙөлөшө лә иң әүҙем фазаһында. Эшселәр бер ай эсендә башняларҙы дүрт ҡатҡа тиклем күтәрә. Бынан ары темп тағы ла көсәйтелә. Төҙөүселәр алдына айына алты ҡат күтәреү бурысы ҡуйылған. Монолит ҡойоу менән бер рәттән фасадты көпләү, коммуникацияларҙы тоташтырыу, бүлмәләрҙе бүлеү эштәре бара.

Илдә иң ҙур төҙөлөштәрҙең береһе һәм Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусы Рәсәйҙә иң ҙуры булмаҡсы. Уникаль объект студенттарҙы берләштереп, йәш ғалимдарға донъяуи асыштар яһарҙай мөхит урынлаштырыуға өмөт уята.

Азат Ғәлиуллин

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ