Республика аттракциондары миҙгеле рәсми рәүештә асылды


Өфөнөң Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы 90 процентҡа тиклем әҙер. Ҡалған күңел асыу майҙансыҡтары май баштарында тулы көстә эш башлар тип күҙаллана. Бар ҡоролмаларҙың да техник торошо тикшерелә. Хәүефһеҙлек сараларына бәйле был мотлаҡ сара. Атракциондарҙы ваҡытлыса урынлаштырғанда ла, билдәләнгән тәртип буйынса теркәү үтеү талап ителә. Шул уҡ ваҡытта көн дә техник хеҙмәтләндереү талап ителә. Ҡулланыусыларға тәртип-ҡағиҙәләр буйынса мәғлүмәт стенды ҡуйыу, һаулыҡ, йәш, буй, ауырлыҡ буйынса сикләүҙәр ҙә асыҡ булырға тейеш.


Аттракциондарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү-эшмәкәрлектең тәүмаҡсаты. Шуға ла беҙ йыл һайын сертификация үткән махсус хеҙмәт белгестәрен саҡырабыҙ. Улар күңел асыу ҡоролмаларының техник торошон баһалай.

Наил Хәкимов, Күңел асыу селтәре үҙәгенең экскурсия бүлеге директоры
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ