Туймазыла Кекусин-каратэ буйынса Евразия чемпионаты үтте

Туймазы районының «Бабай Утары» этнографик комплексы аренаһында Кекусин-каратэ һәм Кекусин-нунчак буйынса Евразия чемпионаты һәм беренселеге үтте. Спорт сараһы Халыҡтар дуҫлығы йылына һәм Еңеү көнөнә арналды.

Өсөнсө тапҡыр ойошторолған ярышта Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан, Новосибирск, Һамар, Тольятти ҡалаларынан, Пермь крайынан, Ингушетия, Ҡабарҙы-Балкар республикаларынан 200-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Спортсыларҙың барыһы ла күп тапҡыр халыҡ-ара турнирҙар һәм Рәсәй беренселеге чемпиондары. Ярышты Кекусин -каратэ буйынса тренер, ҡара билбау эйәһе Зөфәр Ҡорбанғәлиев ойошторған. Ул 30 йылдан ашыу Туймазы каратэ мәктәбендә спортсылар тәрбиәләй, уҡыусыларының 50-нән ашыуы ҡара билбау эйәһе. Зөфәр Миңлеғәле улының был спорт төрөнә һөйөүе ғаиләһенә лә күскән, Евразия чемпионатын уҙғарыуға уның ғаилә ағзалары ла күп көс һалған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ