Бәләбәй районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында 4 кешенең ғүмере өҙөлгән

Ҡот осҡос авария бөгөн иртәнге сәғәт 6-ла Бәләбәй-Приютов юлында теркәлгән. Дәүләт автоиспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 йәшлек үҫмер идара иткән «Дэу Нексия» автомобиле юлдан ситкә сығып түңкәрелгән. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә бер ир-егет һәм өс ҡатын-ҡыҙ һәләк булған. Йәш водитель ауыр хәлдә реанимацияға һалынған. Осраҡ буйынса тикшереү бара. 

Тағы ла бер үлемесле авария Белорет районында теркәлгән. Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында ике «Ман» йөк машинаһы бәрелешкән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 25 йәшлек водитель идара итеүҙе юғалтып, ҡаршыға килгән транспорт сараһы менән төкөшә һәм түңкәрелә. Икенсе машинаның руле артында 49 йәшлек шофер була. Уның йәш коллегаһы шунда уҡ, ә үҙе дауаханаға алып барылғанда вафат була. Әле авария сәбәптәре асыҡлана.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ