Башҡортостанда «Сәләмәтлек диктанты» акцияһы бара

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды хеҙмәткәрҙәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар «Сәләмәтлек диктанты» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Улар өсөн Роспотребнадзор вәкилдәре тештәрҙе һәм ҡулдарҙы эшкәрткәндә йыш теркәлгән хаталар тураһында лекция үткәрҙе. Диктант яҙыусылар шулай уҡ ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы һәм ҡулдарҙы йыуыу ҡағиҙәләре буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙе. Акция 24 апрелгә тиклем дауам итә, һәр кем үҙ белемен офлайн һәм онлайн форматта һынай ала.

Волна
Акции БСТ