Стәрлетамаҡтың Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрына нигеҙ һалыныуға 35 йыл

Ошо уңайҙан ижади коллектив тамашасыларға иң яҡшы спектаклдәрен берләштергән театр аҙналығы бүләк итте. Театрҙа беренсе премьера 1991 йылдың 7 апрелендә үтә һәм тап ошо көн Стәрлетамаҡ башҡорт театрының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Спектаклдәр марафоны шулай уҡ Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына ла арналды.

Театраль марафон тамашасыларға сағыу кисерештәр бүләк итте. Аҙна дауамында театр һөйәүселәргә «Янып-һүнгән ғүмерҙәр» драмаһы, «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы, «Минең ҡатынымдың исеме Морис», «Мөхәббәт һәм күгәрсендәр» комедиялары, балалар өсөн «Снежная королева» әкиәте ҡуйылды. Әйткәндәй, театрҙың визит карточкаһына әйләнгән «Ҡоҙаса» спектакле сәхнәлә 100-се юбилейын билдәләне.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ