Башҡортостан пилотһыҙ осоу аппараты һөжүменә дусар булды

Был хаҡта социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Стәрлетамаҡтың сәнәғәт зонаһы өҫтөндә бер нисә пилотһыҙ аппарат бәреп төшөрөлгән. Уларҙың ҡайһы бер ҡалдыҡтары урындағы предприятие биләмәһенә төшкән. 

Ҡыҙғанысҡа, һөжүм һөҙөмтәһендә янғын һағы водителе һәләк булған. Башҡортостан башлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, ғаиләгә тейешле ярҙам күрһәтергә вәғәҙә иткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ