Өфөлә бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең Бөтә Рәсәй съезы башланды

Рәсәйҙең бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәре Башҡортостанға йыйылды. Бөгөн Өфөлә илебеҙ киләсәген яҡлаусы белгестәрҙең 25-се съезы башланды. Федераль кимәлдәге мәртәбәле сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең балалар омбудсмены Мария Львова-Белова, илдең төрлө төбәктәренән 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.Съезда ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша Рәсәй Президенты Владимир Путин тәбрикләне. Форум программаһында түңәрәк өҫтәлдәр, уңышлы эш тәжриәбәле меән уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Уларҙың төп темаһы ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итеү. Төп эш йүнәлештәре һәм Башҡортостан тәжрибәһе тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Сәхнәлә балалар йортонда тәбиәләнгән Фәйзи Ғәскәров. Малайға етемлектең әсе һурпаһын татырға тура килә, әммә ул бирешмәй, халҡыбыҙҙың бөйөк бейеүсеһе, арҙаҡлы хореограф булып таныла. Тик был һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхетле яҙмыш. Кешегә тормошта аяғына ныҡлы баҫып тороу өсөн атай-әсәй, ғаилә йылыһы мөһим. Шуға күрә белгестәрҙең ошо йүнәлешкә иғтибары осраҡлы түгел.

Ата-әсә тәрбиәһе эләкмәгәндә башҡа ресусрстар ҙа файҙаланыла. Белгестәр фекеренсә, йәш быуынды хеҙмәт менән дә дөрөҫ юлға баҫтырға мөмкин. Туймазылар хеҙмәт тәрбиәһен илһөйәрлек рухы һалыу менә бергә алып бара, Серафимовка ябыҡ типтағы уҡытыу-тәрбиә учреждениеһы уҡыусылары махсус хәрби операцияға кәрәкле әйберҙәр эшләй.

Дөрөҫ юлдан тайпылғандар өсөн тағы ла бер тәрбиә төрө -ижад. Берҙән матурлыҡ тыуҙырыу кешенең холоҡ-фиғелен ыңғай яҡҡа үҙгәртә, икенсенән уҡыусылар үҙҙәренә тормошта кәрәкле һөнәр алып сыға. Мәҫәлән, Ишембайҙағы махсус федераль учреждениеһы уҡыусылары милли ҡурсаҡтар эшләй.

Етемдәр, дөрөҫ юлдан тайпылып махсус учреждениела тәрбиәләнгәндәр, физик мөмкинлеге сикләнгәндәр, тулы ғаиләлә тәрбиәләнеп тә йәмғиәт тарафынан ҡыйырһытыуға дусар булғандар, ата-әсәһе тере булып та балалар йортона эләгеүселәр. Уларҙың һәр береһе яҡлауға мохтаж. Бәлиғ булмағандар ғына түгел, ҡурсалау талап ителгән ғаиләләр ҙә бар. Мария Львова-Белова белдереүенсә, ғаиләләргә ярҙам һәм социаль етемлекте кәметеү буйынса 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән төбәк планы әҙерләнә, ул комплекслы эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала.

Сараны тап Башҡортостанда ойоштороу осраҡлы түгел, республика бала хоҡуҡтарын яҡлауҙа эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Төбәктә 200 мең тирәһе ғаилә төрлө ярҙам ала. Съезда башҡа төбәктәрҙең дә эш тәжрибәһе, уңышлы алымдары ҡаралды. Ә илдә балаларҙы яҡлау фонды эш башлай, уның төп бурысы булып балалы ғаиләләргә ярҙам итеү тора, ул адреслы ярҙамды күҙ уңында тота.

Был башҡорт тирмәһе лә форум майҙанында юҡҡа ғына ҡуйылмаған. Ул федераль кимәлдәге ошо сараның төп асылын сағылдыра. Тирмә-йорт, ғаилә йылыһы символы. Форумда ла һүҙ ғаиләне һаҡлау, яҡлау, социаль етемлекте кәметеү тураһында бара. Сөнки ғаилә лә үҫкән бара ҡурсаулы ла була, тормош һынауҙары алдында юғалып та ҡалмай, үҙен ышаныслы тоя. Әйткәндәй Башҡортостан социаль етемлекте кәметеү буйынса илдә алдынғыларҙан һанала, һуңғы биш йылда был күрһәткес 22 процентҡа аҙайған.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ