«Башаҡ» студент отряды быйыл да ауыл хужалығы предприятиеларында практика үтәсәк

Башҡорт дәүләт аграр университетының «Башаҡ» студент отряды быйыл да ауыл хужалығы предприятиеларында практика үтәсәк. Уға әҙерлек бөгөндән башланды, студенттар имтихан тапшыра. Икенсе курстан алып улар йәй һайын аграр ойошмаларҙа эшләй. Быйыл 20 отряд составында 1600 студент хужалыҡтарға бара. Йәштәрҙең хеҙмәте өсөн эш хаҡы ла түләнә, ул федераль проект ярҙамында тормошҡа ашырыла. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Башҡорт дәүләт аграр университетының икенсе курс студенттары тракторит- машинист танытмаһы алыу өсөн имтихан тапшыра. Теория буйынса имтихан һөҙөмтәһе ғәмәли практикаға рөхсәт бирә. Таныҡлыҡ студенттарҙың республика ауыл хужалығы предприятиеларында йәйге производство практикаһы өсөн кәрәк.

Теория буйынса имтихан тапшырған студенттар симулятор комбайнда һынау үтә. Уға тиклем егеттәр руль артында иген урырға өйрәнә.

Комбайн руль артында ултырыусыға игенде тапамаҫҡа, дөрөҫ йүнәлеш алырға кәңәш бирә. Был осраҡта экранда уңыштың юғалтыу күләме күрһәтелеп бара. Шпаргалка ла бар. Әлбиттә, уның менән имтихан ваҡытында ҡулланып булмаясаҡ. Искәндәр Учалы районы Байрамғол совхозында практика үтәсәк.

Студенттар симуляторҙан тыш агар университеттағы уҡыу комбайнына ла ултырып идара итеп ҡарай. Миәкә егете Илдус Шәрәфуллин практиканы былтыр Татарстанда үткән, быйыл тыуған районына ҡайтырға йыйына.

Студенттар отрядында хеҙмәт түләүле. Юғары уҡыу йортонан белдереүҙәренсә, айына 70 мең һумдан алып 150 мең һумға тиклем эш хаҡы алалар. «Агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар» федераль проекты буйынса предприятие өсөн студенттарға түләнгән эш хаҡының 90 проценты Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ҡаплана. Программа ике яҡ өсөн дә отошло. Йыш ҡына студенттар үҙҙәре практика үткән хужалыҡҡа уҡып бөткәс эшкә килә. Был турала Хөкүмәттәге аҙналыҡ кәңәшмәлә Радий Хәбиров та белдерҙе.

Университет октябрҙән декабргә тиклем проектта ҡатнашырға теләгән предприятиеларҙан ғаризалар ҡабул итә. Студенттар июндән август аҙағына йәки оҙайтылған программа буйынса ноябргә тиклем дә хужалыҡтарҙа эшләй, тәжрибә туплай.

Рәмилә Исмәғилева

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ