Башҡортостанда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән адреслы программаның өсөнсө этабы башланды. Алдағы ике йылға раҫланған финанс ярҙам күләме 11 муниципалитеттағы 31 күп фатирлы йортҡа ҡағыла, 810 кеше иҫке йорттарынан күсенеп, яңы фатир асҡысы аласаҡ. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған адреслы программала Бөрө районы ла ҡатнаша. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Күп фатирлы йорт стеналарындағы ярыҡтар ваҡыт үтеү менән киңәйә генә. Һәр яҙ ҡар һыуҙары менән йыуылған нигеҙ ҙә бинаның эшлектән сығыуына сәбәпсе булған. Экспертизалар уҙғарылғандан һуң, торлаҡ 2018 йылда йәшәүгә яраҡһыҙ-авария хәлендә тип таныла. Рәғиҙә менән Дамир Ноғомановтар ғаиләһенә ваҡытлыса балаларына күсенергә тура килә. «Бөрө ҡалаһының тарихи үҙәгенән китеү, йортто ҡалдырыу ауыр бирелде»,- ти улар.
Ленин урамындағы йорт уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлгән, һигеҙ фатирға иҫәпләнгән, милекселәр үҙ көстәре менән бинаға зәңгәр яғыулыҡ та, һыу ҙа үткәргән, ремонтын да ваҡытында эшләргә тырышҡан. Әммә торлаҡ стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килеү менән фатирҙарҙа йәшәү хәүеф тыуҙыра башлай. Стеналары күк менән ҡаплана. Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаға эләгеү-милекселәр өсөн көтөп алынған ваҡиға була, әммә яңы фатирға сығыу өсөн дә ваҡыт талап ителә.
Бөрө ҡалаһында Ленин урамындағы күп фатирлы йорттан башҡа тағы ла бер нисә торлаҡ-программаны тормошҡа ашырыуҙың икенсе этабына эләккән. Урындағы хакимиәт етәкселеге мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл граждандарҙы 42 фатирҙан яңыһына күсереү ҡаралған
Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала адреслы программа буйынса тағы ла яңы контракттар төҙөләсәк. Планға ярашлы, 2030 йылға тиклем милекселәрҙе дүрт йөҙҙән ашыу фатир менән тәьмин итеү ҡаралған.
Бөрө ҡалаһында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы этаптарға бүлеп башҡарыла. Быйыл өс күп фатирлы йорт сафҡа индерелергә тейеш. Төҙөлөш графикҡа ярашлы алып барыла. Бында етем балалар өсөн дә квадрат метрҙар бүленгән.
Гөлназ Хәйбуллина



