Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһына Венер Сәхәүетдинов исеме бирелде

Уҡытыусы, илһамландырыусы, дауалаусы. Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһына Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, профессор Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов исеме бирелде. Республика һәм ҙур илебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау тарихына тос өлөш индергән шәхестең исемен мәңгеләштереү сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһына билдәле хирург, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Венер Сәхәүетдиновтың исеме бирелеүе респуликаның медицина тармағын өсөн ҙур ваҡиға. Һаулыҡ һаҡлауға тос өлөш индергән, 250-нән ашыу юғары әҙерлекле белгес тәрбиәләгән шәхестең исемен мәңгеләштереү республика Башлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Билдәле хирург исемен йөрөткән дауаханала пациенттар һаулығы һағында тороу медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.

Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов яуаплы һәм ҡатмарлы табип юлын лайыҡлы үткән билдәле хирург. Тап уның етәкселегендә 21-се дауаханала хирургия хеҙмәтенә нигеҙ һалына. Тәүге әмәлитәтте лә шәхсән үҙе башҡара. Юғары технологиялы микрохирургия һәм колопроктолгия бүлектәре, бәләкәй яралы әмәлитәттәр башҡарыуға тәүгеләрҙән булып тотоноу медицина учрждениеһын көслө фәнни-клиник үҙәккә әүерелдерә. Ғүмерен медицинаға бағышлаусы хирург меңдән ашыу операция үткәрә, биш йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт яҙа, 8 фән докторы һәм 40 фән кандидаты әҙерләй.

Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов уҡыусыларын ҡатмарлы диагноздарҙан ҡурҡмаҫҡа, пациенттарҙы яҡын кешеһеләй ҡабул итергә өйрәткән оло йөрәкле шәхес. Индира Венер ҡыҙы бөгөн атаһының эшен лайыҡлы дауам итә. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә тос өлөш индергән атаһы хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлаусы ла.


Атайым бик талапсан кеше булды. Башҡаларға ла талапсанмын, әммә һиңә ун тапҡырға артығыраҡ тиер ине ул. Ысынлап та минең хаталанырға хаҡым юҡ. 13 йәшемдән һеңдергән һүҙҙәре, мине ғүмерем буйына оҙата.

Индира Сәхәүетдинова, медицина фәндәре докторы, профессор, «РЖД-медицина» клиник дауаханаһы директоры, Венер Сәхәүетдиновтың ҡыҙы

Сарала дауахана фейеһында музей асыу тантанаһы ла үтте. Музей экспозицияһы дауахана үҫешенең төп этаптарына һәм уны төҙөүгә илһамландырыусыһының шәхесенә арналған. Унда Венер Сәхәүетдиновтың ректор, хирург һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы булараҡ профессиональ эшмәкәрлеге менән танышырға була. Стендтарҙа фәнни ҡаҙаныштары, санитар авиация һәм мобиль медицина тикшереүҙәре системаһына үҫтереүгә индергән өлөшө, йәмғиәтте һауыҡтырыуға йүнәлтелгән закон акттарын әҙерләүҙә, шул иҫәптән тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүгә индергән тырышлығы сағылдырылған.

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов исеие бирелеүе оло мәртәбә.Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Венер Ғәзиз улы төбәктең һаулыҡ һаҡлау дәүерен йәнләндергән тәрән автобиографик китаптар авторы ла. Күренекле остаздың эшен ҡыҙы профессор Индира Сәхәүетдинова дауам итә. Тап уның йөҙөндә шәфҡәтлелеккә һәм профессионализмға нигеҙләнгән табиптар династияһы яңы үҫеш ала.

Гүзәл Борханова

Волна
Акции БСТ