Тәүге офлайн майҙансыҡ республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында эшләй башланы. Диктант өлкәнең 12 йүнәлешенә ҡағылған 25 һорауҙан тора. Төп күнегеүҙәр Рәсәй ҡурсаулыҡтары, Ҡыҙыл китап һәм экотуризмға арналған.
Мәғариф акцияһы илдә 7-се тапҡыр ойошторола. Сара онлайн-форматта Экодиктант.рус сайтында ла үтә. 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан еңеүсе төбәктәр исемлегенә ингән. Ул саҡта республиканан 350 меңдән ашыу кеше белемен һынаған. Экодиктант йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар сертификат йәки еңеүсе дипломын ала.




